12:10 (UTC+5), 16 Мая 2024

Башҡортостанда шағир Рәшит Назаровҡа бюст асылды

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

15 майҙа Ауырғазы районының Талбазы ауылында башҡорт шиғриәтенең сағыу вәкиле, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровҡа бюст асыу тантанаһы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бюст шағирҙың исемен йөрөткән гимназия алдында урынлашҡан, уға ике йыл элек күренекле шағирҙың исеме бирелгән. Бюст авторы — Илдус Закиров.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы рәйесе, «Аҡбуҙат»  журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина бөгөнгө тантаналы көнгә еткергән ваҡиғалар тураһында түбәндәгеләрҙе билдәләй:

— Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында башҡорт әҙәбитенә йәшен тиҙлегендә үҙенең киң билдәле «Йөрәк», «Йәшен» шиғырҙары менән килеп ингән Рәшит Назаровтың ижады менән бөгөн шиғыр яратҡан, һүҙ сәнғәтенең аһәңен, кимәлен баһалаған һәр кем таныш. Нимәһе ҡыҙыҡлы, уның ижады тураһында замандаш шағирҙар ҙа, әҙәбиәтселәр ҙә, китап уҡыусылар ҙа берҙәй тетрәнеү, һиҫкәнеү менән телгә ала. Ул – башҡорт әҙәбиәтен үҙ иткән һәр кем өсөн бөйөк ижадсы, олуғ талант эйәһе. Бөгөн бер кемгә лә Рәшит Назаров ижады юғары һүҙ сәнғәте әҫәрҙәре булыуын иҫбатларға кәрәкмәй. Алда әйткәнемсә, уны әҙәбиәткә аяҡ баҫҡанда уҡ ҡәләмдәштәре маһир шағир булыуын танып, алҡышлап ҡаршы ала. Рәшит Назаров – ул башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, ә шиғриәте, яҙмышы менән Рәсәй, донъя әҙәбиәтендә бик һирәк осрай торған күренеш.

Аяныслы сир, яҙмыш, шағирҙы һуңғы көндәрендә махсус интернатта йәшәүгә дусар иткән. Оҙаҡ йылдар яҙыусылар, Ауырғазы районы йәмәғәтселеге Талбазы башҡорт гимназияһына бөйөк шағирҙың исемен биреү өсөн көрәш алып барҙы. Был хәрәкәт ысын мәғәнәһендә көрәш ине, сөнки ҡаршылар ҙа булманы түгел. Рәшит Назаров ижадын юғары баһалап, уның ижадын, исемен мәңгеләштереү өсөн әүҙем эш алып барған Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Светлана Атмасоваға, Ауырғазы районының элекке хакимиәт башлығы Миҙхәт Вәлитовҡа рәхмәт. Шул тиклем баҫалҡы, әмм маҡсатлы туғандарына рәхмәтлебеҙ – улар ышаныслы аҙымдар менән алға атланы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына тупланған материалдар, документтар менән мөрәжәғәт итте, – тип билдәләй Лариса Хашим ҡыҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында (2022 йылдың авгусында) Ауырғазы районы Талбазы ауылы мәктәптәренең береһенә башҡорт шиғриәтенең иң сағыу вәкилдәренең береһе Рәшит Назаров исеме бирелде.

Шағирҙың әҫәрҙәре республиканың урта һәм юғары уҡыу йорттары программаһына индерелгән. Йыл һайын тыуған көнөндә «Назаров уҡыуҙары» шиғри, әҙәби, музыкаль саралар циклы үткәреү йолаға әүерелгән.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-05-16/v-bashkirii-otkrylsya-byust-poetu-rashitu-nazarovu-3768517

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика