Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Май , 11:49

«Йәшәү хаҡына» — Ғәскәров ансамбле Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операция геройҙары тураһында бейеү ҡуйҙы

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең матбуғат хеҙмәте
Фото:Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең матбуғат хеҙмәте

Еңеү көнөндә Өфөлә федераль кимәлдәге ваҡиға — «Йәшәү хаҡына» тигән яңы театр-хореография сюитаһының премьераһы булды. Композиция махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә һәм яҡындарына арналған. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, яңы бейеүҙе «Башҡортостан» дәүләт концерт залында һәр ваҡыт республиканың күп милләтле халҡының тарихын сағылдырған Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле күрһәтте. Был бейеү ансамбль репертуарына киләһе миҙгелдә индерелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет ултырышы барышында Башҡортостан Башлығы сәнғәттең төрлө төрҙәрендә һәм жанрҙарында махсус хәрби операция темаһына бағышланған художестволы әҫәрҙәр ижад итеү кәрәклеген билдәләне.

Ғәскәров исемендәге ансамбль директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәзир Байегетов һөйләүенсә, яңы бейеүҙең тарихы 2023 йылдың сентябрендә Луганск Халыҡ Республикаһына сәфәр ваҡытында яугирҙәр менән аралашыуҙан башланған. Улар башҡорт полктары буйлап йөрөгән, егеттәрҙең нисек хеҙмәт иткәнен, ҡайҙа йәшәгәнен ҡараған. Ансамбль исеменән яҡташ яугирҙәребеҙгә автомобиль тапшырғандар. Ғәскәровсылар ул саҡта Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә —Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч, Запорожье өлкәһенең Бердянск һәм Мелитополь ҡалаларында сығыш яһаған тәүге ижади коллектив булды.

— Шул саҡта махсус хәрби операция ваҡиғаларын тарихта ҡалдырыу уйы килеп тыуҙы ла инде. Беҙҙең репертуарҙа Ватанды һаҡлаған яугирҙәргә арналған бейеүҙәр бар: Фәйзи Ғәскәровтың 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында «Төньяҡ амурҙары», Бөйөк Ватан һуғышының легендар комдивы хаҡында «Генерал Шайморатов», — тип билдәләне ансамбль директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәзир Байегетов. — Беҙ ҡаһарман яугирҙәребеҙҙе генә түгел, көн һайын уларҙың именлеге өсөн доға ҡылған туғандарының, ҡатындарының, апай-һеңлеләренең, инәй-өләсәйҙәренең хис-тойғоларын, кисерештәрен күрһәтергә теләнек. Тылдағылар изге ғәмәлдәре менән ярҙам күрһәтә. Хәҙер маскировка селтәрҙәре үргән ирекмән ойошмалары күп, был да сәхнәлә сағылыш тапты. Ошо бейеүҙе ҡараған барлыҡ тамашасылар иланы.

Бейеүҙең тәүге лирик өлөшө ҡыҙҙарҙың маскировка селтәре үреүен күрһәтә. Икенсе өлөшөндә иһә яу күренеше. Бейеүҙең финалында ҡыҙҙар тыуған яҡтарына ҡайтҡан яугирҙәр менән осраша.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-05-14/vo-imya-zhizni-v-ufe-ansambl-gaskarova-pervym-v-rf-sozdal-tanets-o-geroyah-svo-3763106

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: