Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Май 2024, 11:35

Илдар Абдразаҡов Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмәһендә сығыш яһай

Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

Еңеү көнөндә Мәскәүҙә «Рәсәй» күргәҙмәһендә Өфөлә тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов сығыш яһай. Йырсы Алексей Рубин етәкселегендәге Рәсәй милли йәштәр симфоник оркестры менән йырлай.

Артист илдең алтын фондынан «Журавли », «Смуглянка», «Темная ночь», «Мгновения», «Три танкиста», «День Победы» һәм илебеҙҙең, Еңеүебеҙҙең музыкаль символына әүерелгән башҡа композицияларҙы башҡара.

Ул киске 7-се яртыла ВДНХ-ның Төп аркаһы янында сығыш яһай.

6+

Бынан алдараҡ «Башинформ» күренекле опера йырсылары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың аталары Әмир Абдразаҡовтың хәтер кисәһендә ҡатнашыуы тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-05-08/ildar-abdrazakov-vystupit-v-moskve-na-vystavke-rossiya-3757426

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас