Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған «Хәтерҙә мәңгелек һаҡланһын» күргәҙмәһенә саҡыра. Күргәҙмә башҡорт фронтовик яҙыусыларының Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан ғәрәп һәм латин графикаһында донъя күргән китаптарынан төҙөлгән.
Һуғыш башланғас та бик күп башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары фронтҡа киткән. Уларҙың 20-һе «үҙҙәренең уй-хыялдарын тормошҡа ашырып, төп китаптарын яҙып өлгөрмәйенсә, яу яланында батырҙарса һәләк булған». Талантлы йәш яҙыусылар һәм шағирҙар Хәй Мөхәмәтйәров, Али Карнай, Мазһар Абдуллин, Сәғит Мифтахов, Мәлих Харис, Ҡунаҡбай Хөсәйен, Төхвәт Морат, Бәҙрүш Моҡамай, Ғайса Йосопов, Низам Ҡәрип, Зиннәт Ҡотоп, Сабир Кинйәкәй, Хөрмәт Хәйри, Зөфәр Мансуров, Сыңғыҙ Ханов, Фазыл Хәбир, Әхмәт Шакири, Ғәли Әхмәти, Ғамир Дәүләтшин, Мөжәй Хәйретдинов Тыуған илен яҡлап башын һалған.
Башҡортостан Милли китапханаһының ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар фондында һәләк булған йәш яҙыусыларҙың 30-40-сы йылдарҙа латин графикаһында нәшер ителгән тәүге һәм һуңғы китаптары һаҡлана.
Яуҙан яраланып һәм төрлө наградалар менән ҡайтҡан 30 башҡорт яҙыусыһы гәзит-журналдарҙа эшләүен дауам итә. Һалдат шинелдәрен кейгән яҙыусылар: Мостай Кәрим, Ҡадир Даян, Муса Ғәли, Шәриф Бикҡол, Хәниф Кәрим, Яныбай Хамматов, Назар Нәжми, Нәжип Иҙелбай, Рамазан Өмөтбаев, Шакир Янбаев, Ғилемдар Рамазанов, Әхиәр Хәкимов, Сәлих Кулибай, Ғәли Ибраһимов, Ғабдулла Байбурин, Әнүәр Бикчәнтәев, Динис Исламов халыҡҡа һуғыш һәм еңеү тураһында хәҡиҡәтте еткерә. Ул саҡта китап исемдәре бына нисек яңғырай ине: «Мин фронтҡа китәм», «Тыуған ил өсөн!», «Үлтер, улым, фашисты!», «Үс ал, патриот!», «Партизан анты», «Онотмаһын мине Тыуған ил», «Күтәрел, Урал!».
Һуғыштан һуң улар яҙыусылыҡ эше менән шөғөлләнә, гәзит һәм журналдарҙа хәбәрсе, мөхәррир булып эшләй. М.Кәрим, Ә.Бикчәнтәев, Ғ.Ибраһимов, Х.Кәрим, М.Ғәли кеүек күренекле фронтовик яҙыусыларҙың китаптары һәм әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән. Күргәҙмәлә уларҙың һуғыш башланғансы донъя күргән беренсе йыйынтыҡтары, шулай уҡ авторҙарҙың автографтары менән китаптар бар.
Күргәҙмәлә Мостай Кәримдең, Хәниф Кәримдең тәүге баҫмалары, Вәли Нафиҡов, Хәй Мөхәмәтйәров, Сәғит Мифтахов, Мәҡсүд Сөндөклө, Зиннәт Ҡотоп, Хөрмәт Хәйри, Али Карнай, Баязит Дим, Мазһар Абдуллин, Шәриф Бикҡол, Яныбай Хамматов, Муса Ғәли һәм башҡаларҙың китаптары менән танышырға мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.