

8 майҙа Өфөгә Ҙур театрҙың генераль директоры, Мария театрының художество етәксеһе һәм генераль директоры, күренекле дирижер Валерий Гергиев килде. Баш ҡалабыҙҙың тимер юл вокзалында уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе ҡаршы алды.
Валерий Гергиев Өфөгә, Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында, Мәскәү һәм Бөтә Русь Патриархы Кирилл фатихаһы менән йыл һайын уҙғарылған Пасха фестивален алып килде.
«Был беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс, ул республикабыҙ халҡына шатлыҡ өләшер. Мәскәү Пасха фестивале беҙҙең эргәнән үтеп бара ине, беҙ Валерий Абисалович менән һөйләштек, уны күндерҙек, һәм бөгөн ул беҙгә килә. Ғөмүмән, Валерий Абисаловичтың Ҙур театр етәксеһе итеп тәғәйенләнеүе республикабыҙҙың Мәскәүҙең Ҙур театр сәхнәһендә йыл да Башҡорт опера һәм балет театры постановкаларын ҡуйыу өсөн ҙур мөмкинлектәре барлыҡҡа килә тип иҫәпләйем», - тине Радий Хәбиров, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының һорауына яуап биреп.
2024 йылдың 25 апреленән 16 майға тиклем Рәсәй ҡалаларында XXIII Мәскәү Пасха фестивале үткәрелә. Фестиваль барышында күренекле солистар һәм музыкаль коллективтар Мәскәүҙең һәм төбәктәрҙең үҙәк майҙандарында сығыш яһай. 22 көндә музыканттар 15 000 саҡрымдан ашыу юл үтеп, Рәсәйҙең 24 ҡалаһында булырға тейеш.
Ошо ун көн эсендә артистар Рәсәйҙең Вологда, Ярославль, Владимир, Түбәнге Новгород, Ҡазан, Екатеринбург, Сорғот, Төмән, Новосибирск, Кемеров, Томск, Омск һәм Пермьҡалаларында сығыш яһап өлгөргән.
Өфө XXIII Мәскәү Пасха фестиваленең географияһына ингән ҡалаларҙың береһе булды. Бөгөн, 8 майҙа, Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә маэстро Валерий Гергиев етәкселегендә Мария һәм Ҙур театрҙарының Берләшкән симфоник оркестры һәм Мария театры солисы Илдар Абдразаҡовтың концерты була.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.