
Башҡортостан Яҙыусылар союзы 2024 йылда ойошманың 90 йыллығын билдәләй (1934 йылда ойошторолған). Республика Башлығы Радий Хәбировтың тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Указдың тексына ярашлы, сараларға әҙерләнеү һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырылған. Уны Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов етәкләй. Сығымдар республика бюджетында тейешле башҡарыусылар өсөн ҡаралған бюджет ассигнованиелары һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Указдың үтәлешенә контроль Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенә йөкмәтелде.
— Юбилей саралары 24-26 майҙа «Китап-байрам» халыҡ-ара китап йәрминкәһе барышында ойошторола, — тине Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов. — Беренсе көндө Рәсәй Яҙыусылар союзының пленумы була.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы республика яҙыусылары менән осрашыуҙа был ваҡиғаны Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү структураһына индерергә һәм юбилей сараһын ҡайҙа, нисек уҙғарыу тураһында уйларға ҡушҡайны.
Бөгөн «Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһында 292 кеше тора. Структурала: башҡорт прозаһы секцияһы, башҡорт шиғриәте секцияһы, башҡорт балалар әҙәбиәте секцияһы, башҡорт драматургияһы секцияһы, рус әҙәбиәте секцияһы, татар әҙәбиәте секцияһы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.