06:34 (UTC+5), 27 Апреля 2024

Радий Хәбиров Башҡортостандың Дәүләт оркестры артистарына рәхмәт белдерҙе

Фото: Михаил Вильчук ©Мария театры, 2024
Ләйлә Аралбаева

Дәүләт академия симфоник оркестры Мәскәү консерваторияһының Ҙур залында һәм Санкт-Петербургта Мария театрының Концерт залында ҙур уңыш менән сығыш яһаны. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошондай яңылыҡ менән уртаҡлашты.

«Музыканттар республикабыҙҙың дуҫы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев менән бергә сәхнәгә сыҡты. Дәүләт оркестры музыканттары Башҡортостандан тәүгеләрҙән булып билдәле Мариинкала сығыш яһаны, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Театрҙың генераль директоры һәм художество етәксеһе Валерий Абисал улы Гергиевҡа саҡырыуы өсөн рәхмәт белдерәм. Артистарға таланты һәм профессионализмы өсөн рәхмәт, беҙҙең симфоник оркестр республиканың визит карточкаһы булып тора».

Ошо көндәрҙә «Башинформ» Башҡортостан Дәүләт оркестрының Денис Мацуев менән Мариинкала һәм Мәскәү консерваторияһының Ҙур залында тәүге тапҡыр бергә сығыш яһауы тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-04-26/radiy-habirov-poblagodaril-artistov-gosorkestra-bashkirii-3745244

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика