

Өфөлә «Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире, билдәле журналист һәм блогер Алик Шакировтың китабы нәшер ителде. «Память — мое спасение» тигән йыйынтығына авторҙың һуңғы 10 йылда социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә баҫылған текстары тупланған. Китаптағы яҙмалар, уйланыуҙар, бала саҡ һәм йәшлек хәтирәләре, уҡыған китаптарына, яңы фильмдарға, премьера спектаклдәренә рецензиялар һигеҙ бүлеккә һыйҙырылған.
Һуңғы бүлеккә авторҙың бер нисә эссеһы ингән.
— Мин һуңғы йылдарҙа социаль селтәрҙә, киң мәғлүмәт сараларында баҫылған мәҡәләләремде китап итеп сығарыу хаҡында күптән уйлай инем, — ти Алик Фәйез улы. — Һуғыштан һуңғы, 50-се йылдар уртаһына — 60-сы йылдар башына тура килгән бала сағым тураһында минең өсөн мөһим булған хәтирәләр яҙылды.
Китапты авторҙың тыуған төйәге — Ейәнсура районы, тыуған Арсёнов, бала сағы үткән Ҡужанаҡ ауылдары тәбиғәте һүрәттәре биҙәй. Ҡағыҙ һәм электрон вариантта донъя күргән китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән.
Алик Шакиров — билдәле журналист, блогер. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. «Ленинец» республика йәштәр гәзитендә, «Советская Башкирия» республика гәзитендә эшләй, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең матбуғат секретары (1990-1994), 1994-1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президентының матбуғат хеҙмәтен етәкләй. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаты.
1996 йылдың октябренән «Башинформ» агентлығында генераль директор урынбаҫары — мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе, баш мөхәррир урынбаҫары, баш мөхәррир вазифаһында эшләй, 2021 йылдан — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының әҙәби мөхәррире.
«Мой Кужанак», «Новости — наша профессия», «Прощание смуглянки» китаптары, башҡорт һәм татар яҙыусыларының романдары, повестары һәм хикәйәләрен рус теленә ауҙарыусы.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.