

Тарих фәндәре кандидаты, Р.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Нечвалода башҡорт костюмы буйынса альбом-каталог сығарыуҙа ярҙам һораны. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгә ҙур, шул иҫәптән архив материалдары йыйылған, уникаль даналар бар.
Радий Хәбиров ошо проектты бюджеттан тейешенсә аҡса бүлеп, өс йыл дауамында тормошҡа ашырыу мөмкинлеге булһын өсөн республиканың Мәҙәниәт министрлығына альбом-каталогты әҙерләү һәм нәшер итеү өсөн дәүләт заказы буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
«Милли кейемдәргә ҡыҙыҡһыныуҙы тергеҙеү менән бәйле мәсьәләләргә беҙҙең кеүек күп милләтле республикала дәүләт сәйәсәтенең мөһим өлөшө тип ҡарайбыҙ. Мәҙәниәтебеҙ бик бай һәм уны киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалырға кәрәк. Бөгөн тағы бер идеябыҙ хаҡында әйтмәксемен. Республикала Милли бейеү көнөн булдырырға теләйбеҙ. Ул шул иҫәптән милли кейемдәрҙе күтәреү өҫтөндә эшләйәсәк, сөнки милли бейеү улар менән айырылғыһыҙ бәйләнгән», - тине Радий Хәбиров.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.