

Өфөлә VIII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале ойошторола. Быйыл театр байрамының форматын киңәйтергә ҡарар ителде. Бығаса фестиваль «Төрки телле театрҙар фестивале» тип атала ине, хәҙер уның форматы киңәйҙе.
Фестивалдә 14 спектакль ҡатнаша. Конкурс программаһында — Татарстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төньяҡ Осетия-Алания, Сыуашстан, Ҡалмыҡстан, Абхазия, Тыва, Дағстан, Марий Эл театр коллективтарының спектаклдәре. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡорт академия драма театрының «Ҡыҙыл паша» һәм А.С. Пушкин исемендәге Псков драма театрының М. Булгаков әҫәре буйынса «Морфий» спектаклдәре конкурстан тыш күрһәтелә.
«Туғанлыҡ» милли театрҙар фестиваленә почетлы ҡунаҡ итеп Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Мәскәүҙең Олег Табаков театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Владимир Машков саҡырылған.
Фестиваль Өфөлә 2024 йылдың 16-23 майында уҙғарыла. Уны Башҡортостан хөкүмәте һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығы ойоштора. Спектаклдәрҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры, Өфө «Нур» татар театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәләрендә ҡарарға мөмкин.
6+
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.