12:20 (UTC+5), 12 Апрель 2024

Өфөлә башҡорт бейеүе легендаһы Рәшиҙә Туйсинаға арналған күргәҙмә асыла

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйлә Аралбаева

19 апрелдә сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Башҡорт бейеүе легендаһы — Рәшиҙә Туйсина» тигән күргәҙмә асыла.

- «Урал ынйыһы», «Мадам Грация», «башҡорт бейеүе алиһәһе», «башҡорт бейеүе корифейы», «башҡорт мәҙәниәте феномены», тиҙәр уның хаҡында. Сағыштырыуҙар күп, ә Рәшиҙә Туйсина берәү генә. Махсус хореография белеме булмаған ябай ауыл ҡыҙы крайҙың төп ансамблендә бейей. Илебеҙҙең Кремль һарайында тәүге яңғыҙ сығышы ла алҡыштарға күмелә, - ти күргәҙмә кураторҙары.

«Башҡорт бейеүе легендаһы — Рәшиҙә Туйсина» күргәҙмәһендә күренекле бейеүсенең уңыш һәм йәшлек серҙәре, «Заһиҙә» бейеүенең 62 йыллыҡ тарихы һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы факттар хаҡында белергә мөмкин. Шулай уҡ легендар бейеүсенең сәхнә костюмдарын, биҙәүестәрен, тарихи фотоларын күрергә була.

Ҡунаҡтарҙы Рәшиҙә Туйсина үҙе һәм уның тәрбиәләнеүселәре Салауат Мөхәмәтйәров, Айгөл Әсәҙуллина, Ирада Ҡадирова һәм Зәйнетдин сәләмләй. Күргәҙмә барышында экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу күҙаллана.

Әлеге күргәҙмә 2024 йылдың 12 майына тиклем эшләй.

Рәшиҙә Туйсина — РСФСР -ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге һәм Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты, Софияла IX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә алтын миҙалға лайыҡ булған, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-04-12/v-ufe-otkroetsya-vystavka-posvyaschennaya-legende-bashkirskogo-tantsa-rashide-tuysinoy-3724643

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика