07:58 (UTC+5), 08 Апреля 2024

Башҡортостандың «Туғанлыҡ» фестивалендә ниндәй спектакль тәҡдим итеүе билдәле булды

Фото: М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

«Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивалендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры күренекле башҡорт драматургы Нәжиб Асанбаев пьесаһы буйынса «Ҡыҙыл паша» спектаклен сәхнәләштерә, режиссеры — Айрат Абушахманов. Спектакль легендар совет дипломаты Кәрим Хәкимовҡа бағышлана. 1982 йылда Өфөлә тәүге тапҡыр ҡуйылған спектакль республика етәксеһе Радий Хәбировтың башланғысы менән йәнә сәхнәгә сығарылды.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 16-23 майҙа Өфөлә «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивале ойошторола. Бығаса фестиваль «Төрки телле театрҙар фестивале» тип атала ине, хәҙер уның форматы киңәйҙе.

Фестивалдә 14 спектакль ҡатнаша, Башҡорт академия драма театрының «Ҡыҙыл паша» һәм махсус ҡунаҡ итеп саҡырылған А.С. Пушкин исемендәге Псков драма театрының М. Булгаков әҫәре буйынса «Морфий» спектаклдәре конкурстан тыш күрһәтелә.

Татарстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төньяҡ Осетия, Хакасия, Сыуашстан, Ҡалмыҡстан, Абхазия, Тыва, Дағстан театр коллективтарының спектаклдәрен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры, Өфө «Нур» татар театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәләрендә ҡарарға мөмкин. Бөтә спектаклдәр ҙә рус теленә синхрон тәржемә ителә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-04-08/stalo-izvestno-kakoy-spektakl-predstavit-bashkortostan-na-festivale-tuganlyk-3719204

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика