
Өфөлә билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәлих Сөләймәнов арабыҙҙан китте. Уға 67 йәш ине.
Сәлих Фәрих улы Сөләймәнов 1956 йылдың 1 октябрендә Күгәрсен районының Теләүембәт ауылында тыуған. 1987 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, профессор Бану Вәлиева класында белем алған.
1987 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы солисы. Уның репертуарында Горо («Мадам Баттерфляй») һәм Пеппе («Паяцы»), Леопольд («Сильва») һәм Блинд («Летучая мышь»), Бомелий («Царская невеста») һәм Ротшильд («Скрипка Ротшильда»), Бохайыр («Салауат Юлаев»), Насир («Ҡаһым түрә») һәм Яппар («Ҡоҙаса») һәм башҡалар бар ине. Ул бик сағыу характерлы артист булды.
2002 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Сәлих Сөләймәнов балаларында ла сәнғәткә һөйөү уятҡан: скрипкасы һәм дирижер Рөстәм Сөләймәнов, телевидениела алып барыусы Ләйсән Мәзитова, 2019 йылда арабыҙҙан киткән хореограф Саръян Сөләймәнов.
Сәлих Сөләймәновты иртәгә, 2 апрелдә, улы Саръян ерләнгән Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында һуңғы юлға оҙаталар.
«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.