11:23 (UTC+5), 27 Марта 2024

Өфөлә «Заман ауазы» патриотик әҫәрҙәр конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Фото: Башҡортостандың Яҙыусылар союзы
Ләйлә Аралбаева

26 мартта башҡорт, рус һәм татар телдәрендә ижад иткән профессиональ яҙыусылар араһында ойошторолған «Заман ауазы» патриотик әҫәрҙәр конкурсы йомғаҡтары иғлан ителде.

Әҙәби бәйгелә Башҡортостандың билдәле яҙыусылары ҡатнашты. «Ҙур проза» (роман, повесть), «Бәләкәй проза» (хикәйә, эссе), «Шиғриәт» (шиғырҙар циклы, поэма), «Балалар өсөн иң яҡшы әҫәр» номинацияларында еңеүселәр билдәләнде. Бүләк фонды 1,2 миллион һум тәшкил итте.

Еңеүселәр һәм лауреаттар үҙҙәренең әҫәрҙәрен нәшер итеү өсөн сертификаттар алды. Шулай уҡ 10 еңеүсенең илһөйәрлек темаһына бағышланған әҫәрҙәре айырым китап булып донъя күрәсәк.

«Заман ауазы» конкурсы еңеүселәре:

«Поэзия» номинацияһы:

1-се  урын — «Халҡым минең — Ватаным!» шиғырҙар циклы өсөн Лариса Абдуллина. 150 мең һумлыҡ сертификат.

2-се урын — «Блокада» поэмаһы өсөн Зөһрә Ҡотлогилдина. 100 мең һумлыҡ сертификат.

3-сө урын — «Есть на свете такая страна…» шиғырҙар циклы өсөн Александр Хватков. 50 мең һумлыҡ сертификат.

«Ҙур проза» номинацияһы:

1-се урын — «Мәскәү ҡыҙы» романы өсөн Мәүлиҙә Әхмәтйәнова. 200 мең һумлыҡ сертификат.

2-се урын  — «Сал сәсле малай» повесы өсөн Гүзәл Ситдиҡова. 150 мең һумлыҡ сертификат.

3-сө урын — «Патриот бабай» повесы өсөн Айбулат Сәсәнбаев. 100 мең һумлыҡ сертификат.

«Бәләкәй проза»:

1-се урын  — «Аманат» хикәйәһе өсөн Миләүшә Хабилова. 150 мең һумлыҡ сертификат.

2-се урын — «Еңеү ҡанаттары» хикәйәһе өсөн Фәрзәнә Аҡбулатова. 100 мең һумлыҡ сертификат.

3-сө урын — «Геройҙар ваҡыты» хикәйәһе өсөн Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева. 50 мең һумлыҡ сертификат.

«Балалар өсөн иң яҡшы әҫәр»:

1-се урын — «Еңеүҙе яҡынайтабыҙ» шиғырҙар циклы өсөн Рәмзәнә Абуталипова. 150 мең һумлыҡ сертификат.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-03-27/v-ufe-nagradili-pobediteley-literaturnogo-konkursa-patrioticheskih-proizvedeniy-3703569

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика