
Хәҙерге көндә Лондонда йәшәп ижад иткән яҡташыбыҙ, опера йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Әхмәтшина оркестр менән «Һандуғас» башҡорт халыҡ йырын сығарған. Артистка итальян дирижеры Даниэле Рустиони етәкселегендәге Король филармония оркестры (Бөйөк Британияның дәүләт оркестры) менән яҙҙырған.
«The nightingale» яҙмаһының башҡортса өҙөгөн йырсының рәсми сайтында тыңларға мөмкин. Диск быйыл донъя күрергә тейеш.
— Бөгөн минең «Һандуғас» тигән яңы синглым сыҡты. Сәнғәткә юлым башҡорт халыҡ йырҙарынан башланды. Ә был йыр минең өсөн айырыуса әһәмиәткә эйә, сөнки ул миңә бала сағымды, өләсәйемдең йырлағанын иҫемә төшөрә, — ти йырсы. — «Һандуғас» — йыр ғына түгел, ул тарихымдың һәм мәҙәниәтемдең символы, бының өсөн үҙенсәлекле башҡорт күлдәген һайланым. Һеҙгә оҡшар тип ышанам.
Айгөл Әхмәтшина — Башҡортостандың Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, яҡташыбыҙ — билдәле Decca Classic донъя классик музыка лейблының эксклюзив артисы. Ул һуңғы 30 йылда контракт төҙөгән беренсе меццо-сопрано булды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.