11:35 (UTC+5), 21 Марта 2024

Өфөнөң «Нур» театры «Мөхәббәт элмәге» комедияһын әҙерләй

Ләйлә Аралбаева

Өфөнөң «Нур» дәүләт татар театрында билдәле татар драматургы Илгиз Зәйниевтың «Мөхәббәт элмәге» шаҡ ҡатырғыс комедияһы буйынса яңы спектакль әҙерләнә.

— Бына ҡайҙа буласаҡ ваҡиғалар өйөрмәһе, хистәр бураны! Ә барыһына ла төп герой – яҙыусы Альберт Мурзин сәбәпсе. Нәҡ уның фатирында көтөлмәгән хәл килеп тыуа һәм яҙыусының бар тормошо аҫты-өҫкә килә. Спектакль, әлбиттә. мөхәббәт тураһында. Дөрөҫөрәге, яҙыусы тормошонда, ниһайәт, пайҙә булған ысын мөхәббәт хаҡында, — тип белдерҙеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтендә.

Әйткәндәй, хәҙерге көндә театр репертуарында шул уҡ авторҙың — Илгиз Зәйниевтың «Хыял йорто» спектакле ҙур уңыш менән бара. Әлегеһе «Нур» театры өсөн тупланған беренсе студия сығарылышы артистарының юбилейҙарына бағышлап ҡуйыла һәм улар өсөн бенефис спектакле була.

Комедияла Башҡортостандың халыҡ артистары Рушат Мөҙәрисов, Миңленур Сәйетова-Ғиззәтуллина һәм Резида Зарипова, атҡаҙанған артистар Эльмир Ғәзизуллин, Лияна Хәйертдинова, Айһылыу Ғүмәрова һәм башҡа билдәле артистар уйнай.

Спектаклдең режиссеры — Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин, рәссамы — Полина Емельянова, композиторы — Башҡортостандың халыҡ артисы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев.

Премьера 26, 27 мартҡа тәғәйенләнгән.

16+

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-03-20/ufimskiy-teatr-nur-gotovit-epatazhnuyu-komediyu-uzelki-lyubvi-3693996

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика