
Бөгөн, 21 мартта, шағир, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, композитор, республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миҙхәт Мәжит улы Әбделмәнов 82 йәшендә донъя ҡуйған.
Ул популяр башҡарыусылар өсөн тиҫтәләгән йырҙар ижад иткән, күбеһе хитҡа әүерелгән. Elvin Grey, Әлфиә Әмирханова, Рөстәм Асаев кеүек артистарҙың репертуарында уның шиғырҙарына йырҙар бар.
Шағир Благовар районының Яныш ауылында тыуған. Сибай һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң балта оҫтаһына уҡып сыға. Һуңыраҡ Өфөгә күсеп килә. Хаҡлы ялда үҙен ижадҡа бағышлай. Башҡортостан һәм Татарстандың төрлө радио, телеканалдарында 100-ҙән ашыу йыр яңғырай.
«Башинформ» шағирҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Миҙхәт Әбделмәнов менән хушлашыу иртәгә, 22 мартта, Башҡорт дәүләт филармонияһында иртәнге сәғәт 10-да була. Уны тыуған яғында - Благовар районының Яныш ауылында ерләйҙәр.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.