Башҡорт әҙәбиәте классигы Рәшит Ниғмәтиҙең юбилей йылында М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар республика махсус китапханаһында Брайль ҡабарынҡы-нөктәле шрифы менән «Һайланма лирика» шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡты.
Китапхананың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был баҫма ярҙамында китапхананың һуҡыр ҡулланыусылары Рәшит Ниғмәти ижадының жанр-стиль үҙенсәлеге менән танышырға мөмкин. Техник эшкәртеүҙән һуң яраҡлаштырылған баҫма һуҡырҙар өсөн үҙәк китапханаға һәм уның Белорет, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы филиалдарына тапшырыла.
Рәшит Ниғмәти 1959 йылда Мәжит Ғафуриҙан һуң Башҡорт АССР халыҡ шағиры исемен алған икенсе әҙәбиәтсе була. Ул шулай уҡ драматург, балалар яҙыусыһы булараҡ, боронғо рус әҙәбиәте ҡомартҡыһы «Игорь полкы тураһында һүҙ», Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Степан Злобин һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә талантлы тәржемә итеүе менән билдәле.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.