
Йырсыларҙы Радик Гәрәев исемендәге республика конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Конкурс 22 мартта Яңауылда була. Унда 12 йәштән башлап үҙешмәкәр яңғыҙ башҡарыусылар һәм профессиональ яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнаша ала.
Яңауыл районының мәҙәниәт идаралығы хәбәр итеүенсә, конкурста ҡатнашыу өсөн халыҡ йырын һәм Радик Гәрәев репертуарынан композитор әҫәрен (ария, романс йәки эстрада йыры) әҙерләргә кәрәк. Конкурс тыңлауҙары бер турҙа үткәрелә.
Радик Гәрәев — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең һәм СССР-ҙың концерт эстрадаһында йәмәғәтселектә танылыу алған бик аҙ башҡорт йырсыларының береһе. 1980 йылдан Башҡорт опера һәм балет театры солисы, 1990-1995 йылдарҙа — театр директоры, Өфө сәнғәт институтында уҡыта. Гәрәев «Ирина Архипова тәҡдим итә», «Өфөлә Шаляпин кисәләре», Р.Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивален ойоштороусыларҙың береһе була.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.