07:08 (UTC+5), 06 Марта 2024

Сибай театры Сулпан Әбдрәхимованың трагикомедияһын сәхнәләштерҙе

Фото: Сибай драма театрының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры «Тапшырылмаған хаттар» спектакленең премьераһын күрһәтте.

Булған бит интернетһыҙ һәм кеҫә телефонһыҙ замандар. Ғашиҡтар һөйөү һүҙҙәрен бер-береһенә хаттар аша еткергән. Хаттарҙың ҡай саҡ адресатына барып етмәүен кем уйлаһын инде! Көнсөл берәй әҙәм ғашиҡтарҙың бергә булыуын теләмәүе мөмкин. Әммә һәр аҫтыртын эш фашлана. Был мәкер ҙә асыла. Әммә йәш саҡтағы мөхәббәт һаҡланып ҡалғанмы? Тамашасылар был һорауға яуапты «Тапшырылмаған хаттар» спектаклен ҡарағанда табыр. Авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Әбдрәхимова. Бөгөн — премьераның икенсе көнө.

— Беҙҙең элекке актрисабыҙ, хәҙер Милли йәштәр театры актрисаһы Сулпан Әбдрәхимованың драматургия өлкәһендәге беренсе эше. Театрыбыҙ яңы драматургтарҙың исемен асырға тырыша, — тине Сибай театры директоры Илнур Әбдрәшитов.

Спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм сәнғәт эшмәкәре, театр ветераны Сәлихйән Әфләтунов. Премьера уның 75 йыллығына арналды, ошо уңайҙан юбиляр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнде. Автор әйтеүенсә, уның пьесаһы «Айға менәһем килә» тип атала, ә режиссер спектаклдең исемен «Тапшырылмаған хаттар» тип алған, сөнки ул пьесаның йөкмәткеһенә тап килә.

Спектаклдең ҡуйыусы рәссамы — Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов. Ролдәрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айгөл Хәкимова, Салауат Вәлиев һәм Римма Ғәйнуллина уйнай.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-03-06/sibayskiy-teatr-bashkirii-postavil-melodramu-sulpan-abdrahimovoy-3671024

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика