Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-16 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Февраль 2024, 12:27

Радий Хәбиров республика халҡын Туған тел көнө менән ҡотланы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын башҡорт һәм рус телдәрендә 21 февралдә билдәләнгән Халыҡ-ара туған тел көнө менән ҡотланы.

«Башҡортостанда 130-ҙан ашыу милләт вәкилдәре йәшәй. Уларҙың һәммәһенең үҙ телендә һөйләшер, уны үҫтерер мөмкинлектәрен киңәйтеү — беҙҙең бурыс. Татыулыҡ һәм берҙәмлек — төп байлығыбыҙ. Уны һаҡлайыҡ. Халыҡ-ара туған тел көнө менән!»

Республика етәксеһе туған телдә һөйләшеүҙең ни тиклем мөһим булыуы хаҡында видеоролик һалған.

Бынан алдараҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Башҡортостан делегацияһының Пермь крайында ошо дата уңайынан Башҡорт мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыуы тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-02-21/radiy-habirov-pozdravil-zhiteley-bashkirii-s-dnem-rodnogo-yazyka-3652206

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас