

Өфөлә башҡорт милли кейеме оҫталарының «Тамға» халыҡ-ара конкурсына әҙерлек барышында башҡорт халыҡ кейеме буйынса семинар-практикум уҙҙы. Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, унда Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрө, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡариҙел, Кушнаренко, Мишкә, Туймазы, Өфө, Учалы, Шишмә һәм республикабыҙҙың башҡа район-ҡалаларынан оҫталар ҡатнашты.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәев һүҙҙәренсә, семинар ойоштороусылар өсөн дә, ҡатнашыусылар өсөн дә бик мөһим. Был элекке хаталарҙың ҡабатланыуына юл ҡуймаҫҡа һәм башҡорттарҙың традицион кейеме реконструкторҙары эшенең сифатын күтәрергә, тәжрибәне арттырырға ярҙам итергә тейеш.
Өс йыл эсендә «Тамға» конкурсында (2020-2022 йылдар) төрлө илдәрҙән һәм төбәктәрҙән, мәҫәлән, Италия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Мәскәү, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләре, Пермь крайы һәм Башҡортостан Республикаһынан вәкилдәр ҡатнашты, тип һөйләне проект етәксеһе, модератор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина. Ойоштороу комитеты 4 меңдән ашыу конкурс эшен ҡабул итте. Авторҙар үҙ эштәрен биш номинацияла күрһәтте: «Башҡорт милли кейеме — реконструкция», «Заманса автор костюмы», «Балалар кейеме», «Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре» һәм «Башҡорт кейеме аксессуарҙары». Быйыл конкурсанттар «Башҡорт халыҡ кейеме — реконструкция» («Ир-егеттәр кейеме», «Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме», «Оҫталар ғаиләһе» йүнәлештәре буйынса) һәм «Башҡорт кейеме аксессуарҙары — реконструкция» («Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең аяҡ кейеме», «Традицион костюм аксессуарҙары») номинацияларында ғариза бирергә мөмкин.
Этнограф, тарих фәндәре кандидаты, Р. Кузеев исемендәге Археология һәм этнография музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Нечвалода, реконструктор, «Тамға» халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәлиуллин, реконструктор, «Тамға» конкурсы лауреаты Гөлнара Вәхитова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» этноүҙәге методисы Хәмдиә Дәүләтованың сығыштары ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.