06:42 (UTC+5), 14 Февраля 2024

Режиссер Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» романы буйынса спектаклдең үҙенсәлектәрен асты

Ләйлә Аралбаева

28 февралдә Башҡорт академия драма театры китап уҡыусыларҙың яратҡан әҫәрҙәренең береһе буйынса «Бөйрәкәй. Беренсе бүлек» спектакленең премьераһын күрһәтә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың роман-эпопеяһы буйынса спектаклде Айрат Абушахманов сәхнәләштергән, Әнгизә Ишбулдина менән инсценировка өҫтөндә лә эшләгән.

- Спектакль традицион милли башҡорт стиле хаҡында түгел, бында фольклор йырҙарын, костюмдарҙы күрмәҫһегеҙ. Был — роман буйынса фажиғәле фантасмагория, төп геройҙар Фәүзиә менән Сибәғәт тоҡомоноң тарихы күрһәтелә. Беренсе бүлегендә икенсе донъя һуғышына тиклемге осор, һуғыштан алдағы колхоз һүрәтләнә, быныһын беҙ Баймаҡта күрһәттек. Икенсеһендә инде хәл-ваҡиғалар икенсе донъя һуғышы ваҡытында бара, Фәүзиә йортондағы янғын менән тамамлана. Өсөнсө бүлеге тураһында әлегә бер ни ҙә әйтмәйем, - ти ҡуйыусы режиссер Айрат Абушахманов.

Рәссам — Альберт Нестеров, композитор — Рәмис Хәкимов, хореограф — Алина Мостаева, рәссам-яҡтыртыусы — Илшат Сәйәхов. Спектаклдә артистар Римма Ҡаһарманова, Фәнис Рәхмәтов, Гөлназ Хайсарова, Зилиә Ситдиҡова, Лилиә Сәғитова, Айым Сөләймәнова, Тәнзилә Хисамова, Алмас Әмиров, Гүзәл Маликова, Алһыу Бәхтиева, Руслан Хайсаров, Юнир Ҡоланбаев, Азат Вәлитов, Артур Кәбиров, Зиләрә Юлтаева, Айҙар Шәмсетдинов, Линар Баитов, Айнур Ғәбитов, Сабина Кирәева, Гүзәл Хәсәнова, Илүзә Күсәбаева ҡатнаша. Спектаклдә балаларҙың ролдәрен актерҙарҙың ҡыҙҙары һәм улдары — Самира Ҡоланбаева, Рамаҙан Ғәлимов, Алтынай Урманшина башҡара.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-02-14/ayrat-abushahmanov-raskryl-osobennosti-spektaklya-po-romanu-tansulpan-garipovoy-3639817

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика