12:14 (UTC+5), 13 Февраля 2024

Мәскәү һәм Санкт-Петербург башҡорттары коллективтары баш ҡала сәхнәһендә сығыш яһаны

Ләйлә Аралбаева

Мәскәүҙең Басман районының концерт залында Мәскәү һәм Санкт-Петербург башҡорттары ижади коллективтарының «Беҙҙе Башҡортостан Республикаһы берләштерә» тигән концерты уҙҙы.

Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Ришат Халиҡов кисәнең ҡунаҡтарына һәм ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Ул башҡорт мәҙәниәте традицияларына нигеҙләнгән концерт номерҙарының үҙенсәлекле булыуын һәм артистарҙың юғары оҫталығын билдәләне. Ришат Нурахман улы ойоштороусыларға ла рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә йылы һәм дуҫтарса мөхиттә үтте.

Санкт-Петербургтан килгән «Ирәндек» башҡорт фольклор ансамбле ошо сараның абруйлы ҡунағы булды. Программала «Сәсән» этник мәҙәниәттәрҙе популярлаштырыу һәм үҫтереүгә булышлыҡ ойошмаһы» халыҡ коллективы, Мәскәүҙең «Алтын ай» башҡорт бейеү ансамбле, «Илһам» башҡорт театры, «Интрига» бейеү театры, «Хазина» йыр-бейеү ансамбле, «Самрау» бейеү коллективы, «Дуҫлыҡ» вокаль ансамбле, Домодедовонан «Зоренька» халыҡ фольклор ансамбле ҡатнашты.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-02-13/kollektivy-bashkir-moskvy-i-sankt-peterburga-vystupili-na-stolichnoy-stsene-3642116

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика