Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Февраль , 11:59

Башҡортостан моделе Анжелика Якусева кейәүгә сыға

социаль селтәрҙәр
Фото:социаль селтәрҙәр

АҠШ-та йәшәгән яҡташыбыҙ, модель, актриса һәм поп-йырсы Анжелика Якусеваға кейәүгә сығырға тәҡдим яһағандар. Анжелика бәхетле мәленең фотоларын социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һалған.

Комментарийҙарҙа бик күп ҡотлау һүҙҙәрен яҙғандар, шул иҫәптән башҡорт эстрадаһы йондоҙо Элвин Грей ҙа ихлас теләктәрен еткергән.  

- Мин әле интервью бирергә әҙер түгелмен. Туйҙан һуң, матур фотолар менән яҡшыраҡ булыр тип уйлайым, —  тип яуапланы Анжелика «Башинформ» журналисының һорауына. Анжелика тормош иптәшенең кем икәнен әлегә сер итеп һаҡлай.

Бынан алдараҡ «Башинформ» «Яҡташтар» рубрикаһында модель һәм актриса менән интервью баҫтырып сығарғайны.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-02-12/model-iz-bashkirii-anzhelika-yakuseva-poluchila-predlozhenie-ruki-i-serdtsa-3639740

социаль селтәрҙәр
Фото:социаль селтәрҙәр
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: