10:44 (UTC+5), 06 Февраля 2024

Өфөлә Сергей Аксаковтың йорт-музейы яңыртыла

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов
Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн, 6 февралдә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең попечителдәр советы ултырышы алдынан күренекле яҡташыбыҙ, рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың мемориаль йорт-музейы экспозицияларын ҡараны.

Йорт-музей XVIII быуат уртаһынан һаҡланып ҡалған һәм ҡаланың тәүге административ биналарының береһе булып торған боронғо өйҙә урынлашҡан. 1770-1790 йылдарҙа унда Товарищ наместник канцелярияһы булған (был вазифаны яҙыусының әсәһе яғынан олатаһы Николай Семенович Зубов башҡарған).

Аксаков мемориаль йорт-музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Татьяна Петрова экскурсия ваҡытында музейҙың тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булыуын әйтте. Музей 1991 йылда танылған яҙыусының 200 йыллығы айҡанлы асылған. Ул мемориаль һәм әҙәби бүлектәргә бүленгән.

Мемориаль өлөш ете бүлмәнән тора. Уларҙың һәр береһендә Аксаковтар ғаиләһенең көнкүреш әйберҙәре ҡәҙерләп һаҡлана.

Әҙәби яҡта өс кенә бүлмә. Бындағы экспонаттар яҙыусы тормошонан аҙаҡҡыраҡ осорҙо сағылдыра. Залдарҙа ҡулъяҙмалар, китаптар, ғаиләнең шәжәрә ағасы, һирәк осраған фотоһүрәттәр һәм картиналар урын алған. Николай Богатовтың бала саҡтан барыбыҙға ла билдәле «Ал сәскә» әкиәтенә төшөргән иллюстрацияларын күрергә мөмкин. Залда ҡуйылған әйберҙәр Сергей Тимофеевич Аксаковтың улы эше менән бәйле. Ул үҙ ваҡытында Өфө губернияһы губернаторы булған.

Музей хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, музейға утыҙ йылдан ашыу капиталь ремонт яһалмаған. Радий Хәбиров Мәҙәниәт министрлығына бинаны төҙөкләндереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

«Был мәсьәләне төптән уйлап хәл итергә кәрәк. Атмосфераны һаҡлап ҡалыу мөһим. Музейҙарҙың һәм боронғо әйберҙәрҙең күркәмлеге нимәлә? Бында элек кешеләрҙең нисек йәшәгәнен күрергә мөмкин. Реставрация эштәре барышында инженерлыҡ инфраструктураһына иғтибар итербеҙ, музейҙы ниндәй өҫтәмә экспонаттар менән тулыландырырға мөмкин икәнлеген ҡарарбыҙ. Беҙ Аксаковтың ижадын, ғаиләһенең мираҫын популярлаштырыуҙы дауам итәбеҙ. Былтыр Аксаков исемендәге баҡсаны төҙөкләндерҙек. Музейға капиталь ремонт ошо эштең дауамы булыр», -  тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-02-06/v-ufe-otrestavriruyut-dom-muzey-sergeya-timofeevicha-aksakova-3632191

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика