

Өфө скульпторы Илдус Закиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәшит Назаровтың бюсын эшләп бөтөүен хәбәр итте. Бюст эскиздары Ауырғазы районы хакимиәте ултырышында Р.Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусылары, инициатива төркөмө ағзалары һәм шағирҙың туғаны З. Назарова ҡатнашлығында тикшерелде.
Рәшит Назаров (1944 – 2006) – башҡорт шиғриәтенең сағыу һәм талантлы вәкилдәренең береһе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Ғ.Ибраһимов исемендәге район премияһы лауреаты. 18 йәшендә үк Рәшит Назаров башҡорт әҙәбиәтендә феноменаль күренеш тип танылды.
Рәшит Назаровтың әҫәрҙәре республиканың урта һәм юғары уҡыу йорттары программаларына индерелгән. Йыл һайын Назаровтың тыуған көнөндә Башҡортостанда «Назаров уҡыуҙары» — шиғри, әҙәби, музыкаль саралар ойошторола. Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы урта мәктәбендә Рәшит Назаровтың кабинет-музейы бар. «Бельские просторы» журналы уның шиғырҙарын рус теленә тәржемә итеү буйынса ижади конкурстар үткәрә.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.