

Бөгөн, 31 ғинуарҙа, Мәскәүҙә асылған «Рәсәй» күргәҙмә-форумында Башҡортостан телевидениеһы көнө бара. Башҡортостан стенды БСТ телеканалы төҫтәре менән балҡый, майҙансыҡта билдәле журналистар эшләй. Бында һәр кем республика тарихы менән нығыраҡ танышырға, шулай уҡ үҙҙәрен алып барыусылар ролендә һынап ҡарарға һәм ил халҡына сәләм еткерергә мөмкин.
Сарала һәм күргәҙмәне ойоштороуҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының директоры Рөстәм Зәрәфетдинов әүҙем ҡатнашты.
- Күргәҙмә ҡунаҡтарының телерадиокомпания ойошторған сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы ҡыуандыра. Балалар ҙа, үҫмерҙәр ҙә, өлкәндәр ҙә – барыһы ла беҙҙең студияға ҙур теләк менән килә, үҙҙәрен башҡорт телендә алып барыусылар сифатында һынап ҡарай, телевизион викторинала ҡатнаша. Кискә тиклем Мәскәү халҡына бик күп ыңғай эмоциялар бүләк итербеҙ тип ышанам, - тип һөйләне «Башҡортостан» ТРК-ның генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов.
Коллегаларыбыҙ сәғәт һайын тиерлек ваҡиға урынынан тура эфирға сыға. Махсус күҙлек менән Башҡортостан буйлап VR-экскурсияла йөрөү, шулай уҡ республиканың төп телеканалы эфирында сәләм еткереү мөмкинлеге бар. Сара ҡунаҡтарының күргәҙмәгә һоҡланыуының сиге юҡ.
Ольга Якушева Переславль-Залесский ҡалаһынан махсус рәүештә Башҡортостан стенды менән танышыу өсөн килгән.
- Беренсенән, бик сағыу. Дәртле бейеүҙәр, афарин! - ти Ольга Якушева.
Күргәҙмәнең икенсе ҡунағы Виктория Богомолова стендтан оҙаҡ ҡына айырыла алмай торҙо, сөнки ул сығышы менән Башҡортостандан икән.
- Башҡортостан мәҙәниәтен яратам, тыуған төйәгем шунда, - тине Виктория Богомолова. - Хәҙер мин Силәбелә йәшәйем, әммә Өфөлә тыуып үҫкәнмен.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.