15:39 (UTC+5), 26 Января 2024

«Уның бөтә йырҙарын яратабыҙ»: республикала йырсы Вәсилә Фәттәхованы иҫкә алалар

Фото: социаль селтәрҙәр
Ләйлә Аралбаева

Бөгөн, 26 ғинуарҙа, популяр йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхованың арабыҙҙан китеүенә һигеҙ йыл. Уның ваҡытһыҙ үлеме меңдәрсә кешене тетрәндерҙе. Вәсиләнең тормош иптәше Илгиз Әбдрәҡипов социаль селтәрҙә ҡатынына арналған яҙмаһы менән уртаҡлашҡан һәм уның «Бәхетебеҙ бикле ятмаһын» тигән йырын һалған.

«Вәсиләһеҙ һигеҙ йыл… (31.12.1979 — 26.01.2016) Яҡты хәтер…», — тип яҙған ул. Вәсилә Фәттәхованың ижадын һөйөүселәр яратҡан йырсыһын онотмауы тураһында комментарийҙар ҡалдыра.

«Һигеҙ йыл, уның йырҙарын ишеткән һайын, күҙҙәр йәшләнә, йәне йәннәттә булһын», «Талантлы Вәсилә, онотмайым һәм яратам», «Вәсиләнең бөтә йырҙарын иҫләйбеҙ һәм яратабыҙ, бигерәк тә «Тыуған яҡ» һәм «Ашығаһың», «Вәсилә Фәттәхова мәңге хәтерҙә», «Һоҡланғыс, онотолмаҫ һәм бөтәһе лә яратҡан Вәсилә», — тип яҙалар комментарийҙарҙа.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» яҙғанса, Вәсилә Фәттәхова 2016 йылдың 26 ғинуарында ваҡытһыҙ арабыҙҙан китте. «Тыуған яҡ», «Яңғыҙ миләш», «Әйтелмәгән мөхәббәтем», «Йәшә көлөп» һәм башҡа хиттарҙы башҡарыусыға 37 йәш ине. Уның яратҡан ғаиләһе: ире, улы Кәрим һәм кескәй ҡыҙы Камилә ҡалды.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-01-26/lyubim-vse-ee-pesni-v-bashkirii-vspominayut-pevitsu-vasilyu-fattahovu-3618688

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика