

Башҡортостанда «Минең шәжәрәм» асыҡ ғилми-тикшеренеү эштәре республика конкурсы эштәрен ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды. Йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау конкурстың төп маҡсаттарының береһе булып тора.
2017 йылдан был конкурсты Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Башҡортостан Республикаһының Милли архивы үткәрә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың октябрендә Өфөнөң 450 йыллығына арналған «Өфө тарихын бергәләп яҙайыҡ!» темаһына VII конкурс иғлан ителгәйне.
Башҡортостан Милли архивының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 8-11-се класс уҡыусылары һәм колледж, юғары уҡыу йорттары студенттары араһында ижади бәйге түбәндәге номинациялар буйынса ойошторола:
Конкурстың положениеһы һәм конкурсты уҙғарыу тураһында бойороҡ менән ошо һылтанмалар буйынса танышырға мөмкин: «Йыл һайын «Минең шәжәрәм» асыҡ ғилми-тикшеренеү эштәре республика конкурсын уҙғарыу тураһында» положение, 2023 йылдың 19 сентябрендәге «Ғилми-тикшеренеү эштәренең VII республика конкурсын уҙғарыу тураһында» бойороҡ.
Конкурс комиссияһы ҡарары менән эштәрҙе ҡабул итеү ваҡыты 2024 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтылды. Баш ҡаланың йәш тарих белгестәрен ижади бәйгелә әүҙем ҡатнашырға саҡыралар. Ғаризалар һәм ғилми-тикшеренеү эштәре өсөн электрон адрес: urakaeva.aa@bashkortostan.ru.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Мәскәүҙә «Башҡортостандың йәнле традициялары» халыҡ ижады аҙналығының башланыуы хаҡында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.