

Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһы урамына Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең исеме бирелде. Тейешле ҡарар Копейск ҡала округы депутаттары йыйылышы ҡарары менән ҡабул ителде, тип хәбәр итә Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге.
Күренекле башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың Ленин һәм Дәүләт премиялары лауреаты Мостафа Сафа улы Кәримовтың (Мостай Кәримдең) иҫтәлеген мәңгеләштереү башланғысы менән Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы, Рәсәй Яҙыусылар союзының Силәбе өлкәһе бүлексәһе, Копейск ҡала округы депутаттары йыйылышы һәм Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге сығыш яһаны.
«Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенә йәмәғәт, ветеран ойошмаларынан, ижади берекмәләрҙән, киң мәғлүмәт сараларынан һәм силәбеләрҙән Мостай Кәримдең иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе һораған бик күп мөрәжәғәттәр килде. Беҙ ситтә ҡала алманыҡ һәм Копейск хакимиәтенә ошо үтенесебеҙҙе еткерҙек. Урамға башҡорт шағирының исемен биргән ҡала депутаттарына рәхмәт белдерәбеҙ. Быйыл Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ, шуға бындай ҡарар Көньяҡ Уралда йәшәүселәр һәм уның ижадын һөйөүселәр өсөн ҙур бүләк булды. Сөнки ул ысын илһөйәр, лайыҡлы граждан, илдең ҡыйыу һаҡсыһы һәм Рәсәйҙең бөйөк шағиры булып халыҡ хәтерендә ҡалды», - тип билдәләне Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.
Мәскәүҙә, Өфөлә, Алматыла (Ҡаҙағстан), Ҡазанда, Екатеринбургта, шулай уҡ Башҡортостандың бик күп ҡала-ауылдарында Мостай Кәрим урамдары бар. Өфө аэропорты, Милли йәштәр театры, 158-се башҡорт гимназияһы Мостай Кәримдең исемен йөрөтә. 2013 йылда Өфөнөң Профсоюздар һарайы алдында Мәскәү скульпторы Андрей Ковальчук эшләгән һәйкәл асылды. 2017 йылда Ҡабарҙа-Балҡарҙа төп Кавказ тауында Чегем тарлауығындағы 3555 метр бейеклектәге тау түбәһенә Мостай Кәримдең исеме бирелде.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.