05:36 (UTC+5), 19 Января 2024

Өфө «Нур» татар театрында актриса Сәүиә Сираеваның бенефисы үтте

Фото: «Нур» театрының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

Ошо көндәрҙә Өфө «Нур» татар дәүләт театрында Сәүиә Сираеваның бенефисы уҙҙы. 5 ғинуарҙа Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Ул һаман да тамашасыларҙы сағыу ролдәре менән ҡыуандыра.

Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө репертуарҙа ҙур уңыш барған Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу», Шәриф Камалдың «Хажи әфәнде өйләнә», Зифа Ҡадированың «Фатима», Сергей Лобозеровтың «Көтөлмәгән ҡунаҡ», Туфан Миңнуллиндың «Гөргөри кейәүҙәре» спектаклдәрендә Сәүиә Ғимаҙлислам ҡыҙы ҡабатланмаҫ образдар тыуҙыра. Ә тамашасының иң яратып ҡараған спектаклдәренең береһе – Шәриф Хөсәйеновтың «Әсәйемдең аҡ күлдәге» драмаһы менән Сәүиә Сираева бенефисын үткәрҙе. Унда ул Әсә образын уйнай.

Күркәм юбилейы һәм бенефисы менән Сәүиә Ғимаҙлислам ҡыҙын «Нур» театры директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фирҙәт Ғәбиҙуллин тәбрикләне. Ул актрисаның ысын талан эйәһе булыуын әйтте һәм уға артабан да һаулыҡ-сәләмәтлектә, театрҙың йондоҙо булып ҡалыуын, ҡолас йәйеп ижат итеүен теләне.

Ҡотлауҙарға Башҡортостан татар ҡатын-ҡыҙҙарының «Сәхипъямал» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре һәм рәхмәтле тамашасылар ҡушылды. Кисәнең тәбрикләү өлөшөн Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Дамира Сәйетова алып барҙы.

— Һәммәгеҙгә лә минең йәшкә етергә насип булһын. Аллаһы Тәғәлә миңә ҙур бүләк – оҙон ғүмер биргән. Барығыҙға ла шуны теләйем. Ғүмерегеҙ һаулыҡ менән уралып барһын. Был йәһәттән үҙемде бәхетле тип һанайым, - тине рәхмәттәргә яуап итеп юбиляр.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-01-18/v-ufimskom-tatarskom-teatre-nur-sostoyalsya-benefis-aktrisy-savii-siraevoy-3609111

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика