

Башҡортостанда яҙыусы, публицист, уҡытыусы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы Марс Нуриев 83-сө йәшендә арабыҙҙан китте. Яҙыусылар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, мәрхүм менән бәхилләшеү иртәгә, 17 ғинуарҙа, көндөҙгө сәғәт 1-ҙә була. Адресы: Стәрлетамаҡ, Октябрь проспекты, 67-се йорт, 13-сө фатир.
Марс Ғималетдин улы Нуриев 1941 йылдың 15 июнендә Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылында тыуған. Өфөлә 1-се гимназия-интернатты, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы райондарында уҡытыусы, урта мәктәп директоры, мәғариф бүлеге инспекторы, район гәзиттәренең әҙәби хеҙмәткәре булып эшләгән. Һуңғы йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән.
Марс Нуриев — «Яланайыр», «Быуат ҡанатында» романдары һәм республика матбуғатында баҫылған повестар авторы. 1995 йылда «Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙгә мәҙхиә» поэмаһы өсөн Төркиәлә халыҡ-ара әҙәби конкурс лауреаты була. «Атығыҙ, таңдарым» (2004), «Салауат рухы» (2004), «Әй, ғәзиз тормош» (2004), «Китмә яҙым» (2005), «Нур тарала» тигән шиғри йыйынтыҡтар авторы.
«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.