Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Ғинуар 2024, 15:09

Республиканың өс китапханаһына күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең исемдәре бирелде

Азат Мөхәмәтйәнов
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән республиканың өс муниципаль китапханаһына күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең исемдәре бирелде.

Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған документҡа ярашлы, Бишбүләк үҙәкләштерелгән китапхана системаһының Уҫаҡкисеү ауылы моделле китапхана-филиалына башҡорт яҙыусыһы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Таһир Ахунйәновтың исеме бирелде.

Бүздәк үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Ҡаңны-Төркәй ауылы моделле китапхана-филиалы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры  Факиһа Туғыҙбаеваның исемен алды. Өфөнөң Үҙәкләштерелгән балалар китапханалары системаһының 17-се балалар китапханаһына әҙәбиәт белгесе, Башҡортостанда әҙәби тыуған яҡты өйрәнеүгә нигеҙ һалған Морат Рәхимҡоловтың исеме бирелде.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан китапханаларын яңыртыуға аҡса бүлеү тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-01-16/trem-bibliotekam-bashkirii-prisvoeny-imena-vydayuschihsya-deyateley-kultury-3604907

Автор: Роман Якимчук
Читайте нас