Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, талантлы виртуоз ҡурайсы һәм педагог Марсель Сәйетов вафат булған. Уға 41 генә йәш ине.
Марсель Сәйетов 1982 йылдың 9 сентябрендә Йылайыр районының Матрай ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Уның ҡурайҙа оҫта уйнауы 2004 йылда халыҡ-ара конкурста лайыҡлы баһаланды. Бәйгелә Ҡаҙағстан, Тыва, Татарстан һәм башҡа республикаларҙан музыканттар ҡатнашҡайны.
Оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләне. Талантлы солист һәм аккомпаниатор республиканың билдәле йырсылары менән бергә сығыш яһаны. Бер нисә тапҡыр Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә ойошторолған ҙур сараларҙа Башҡортостан сәнғәте данын яҡланы. Концерт эшмәкәрлеген уҡытыусылыҡ менән бергә уңышлы алып барҙы, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә ҡурайҙан уҡытты.
«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
https://www.bashinform.ru/news/law/2024-01-15/v-bashkirii-ischut-ufimtsa-s-poterey-pamyati-3602800