Йома көндө Өфөлә Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара үтте (13 ғинуарҙа билдәләнә). «Башинформ» агентлығының конференц-холында тотош республиканан медиатармаҡ вәкилдәре йыйылды. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев хеҙмәттәштәрен Яңы йыл һәм һөнәри байрамы менән ҡотланы.
- Медиаберләшмә - ҙур бер ғаилә ул. Республиканың журналистика тармағында 2,5 меңдән ашыу кеше эшләй, был баҫма матбуғат ҡына түгел, шулай уҡ электрон киң мәғлүмәт саралары, телевидение, радио һәм социаль селтәрҙәр. Беҙҙең өсөн йыл башында билдәләнгән Рәсәй матбуғаты көнө - йомғаҡ яһау, илһамланып эшләү өсөн көс-дәрт алыу, йүнәлештәр билдәләү мәле , - тине Максим Ульчев.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы бер нисә наградаға лайыҡ булды. Әүҙем мәғлүмәт-ағартыу эше һәм юғары һөнәри оҫталығы, сараларҙы яҡтыртҡан өсөн баш мөхәррир урынбаҫары Ольга Горюнова, бильд-мөхәррир Татьяна Кадыкова, хәбәрсе Ләйсән Әкимбәтова рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Сарала Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары үткәргән республика конкурстары еңеүселәре наградланды. «Интернет-ресурстарҙа Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт һәм туған телдәре үҫешен иң яҡшы яҡтыртыу» номинацияһында мәҡәләләр шәлкеме өсөн «Башинформ» күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева бүләкләнде.
Атайсал өсөн изге эштәр йылын әүҙем яҡтыртҡан өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы наградаға лайыҡ булды. Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелиндың Рәхмәт хаты «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдиновҡа тапшырылды.
Республика һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары журналистары ла Башҡортостан Журналистар союзының маҡтау грамоталарын алды. Республиканың Журналистар союзы советы рәйесе Вәдүт Исхаҡов «Панорама Башкортостана» журналының баш мөхәррире урынбаҫары Галина Сәлиховаға Рәсәйҙең «Профессиональ берләшмә алдындағы хеҙмәттәре өсөн» маҡтау билдәһен тапшырҙы. Башҡортостан юлдаш телеканалында мәғлүмәт тапшырыуҙарының төп редакцияһының әҙәби мөхәррире Рәйлә Күсемханова һәм ял көнө программалары етәксеһе, мәғлүмәт тапшырыуҙарының баш редакцияһының әҙәби мөхәррире Гөлназ Яҡупова Рәсәй Журналистар союзының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Союздың яңы ағзаларына ағзалыҡ билеттары тапшырылды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.