

15 ғинуарҙа Рәсәй актеры, режиссеры, «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусыларҙың береһе Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 90 йыл тула. Башҡортостандың Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева әйтеүенсә, улар был датаны тантаналы рәүештә билдәләргә йыйына.
— Башҡортостандың Кинематографистар союзы өсөн Әмир Абдразаҡовтың исеме уның яҡын дуҫы, оператор Илдус Ғәлиуллин исеменән айырылғыһыҙ. 1972 йылда ҡыҫҡа метражлы «Өмөт» фильмы менән икеһе лә республикала нәфис кино төшөрөүгә башланғыс биргән. Башҡортостан телевидениеһында улар бергәләп байтаҡ фильмдар төшөргән, һуңынан «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороуға ла күп көс һалған. Шуныһы ғәжәп: ике дуҫ та бер айҙа тыуған. Илдус Һаҙый улы — 5 ғинуарҙа, ә Әмир Ғәбделмән улы — 15 ғинуарҙа. 1990 йылда Әмир Ғәбделмән улы киностудияның беренсе директоры, 1994 йылда Илдус Һаҙый улы үҙҙәре асҡан союздың етәксеһе булған. Барыбыҙ ҙа арыу-талыуһыҙ эшләгән шат күңелле кино энтузиастарын яҡшы хәтерләй. Беҙ кино эшмәкәрҙәре һәм мәҙәниәтебеҙ өсөн бик әһәмиәтле юбилейҙы 21 февралдә — союздың 30 йыллығы көнөндә билдәләйбеҙ. «Родина» кинотеатрында Әмир Абдразаҡовтың фильмдарын күрһәтергә, ә тантананы Марсэн Мөхәмәҙиевтың уларға арналған күргәҙмәһенән башларға теләйбеҙ, — тип хәбәр итте Зөһрә Бураҡаева.
Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов милли телевидениены һәм киноны үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Ул ғәжәп күп яҡлы шәхес ине. Ул үҙен һәләтле актер, режиссер, сценарий авторы һәм педагог итеп күрһәтте. Абдразаҡов Башҡортостан телевидениеһының алтын фондына ингән 50-нән ашыу фильм төшөрҙө. Улар араһында «Әхмәтзәки Вәлиди Туған», «Аҡмулла», «Халҡым һағышы», «Туй», «Ишмулла», «Күңелем ҡанаттары», «Заһир Исмәғилев», «Беҙҙең Зәйнәб» документаль һәм нәфис фильмдары бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙенең ижади биографияһында иң мөһиме тип иҫәпләгән «Ҡанаттарым минең» исемле фильмы тамамланмай ҡалды. Был фильм улдары – донъя кимәлендә танылыу яулаған опера йырсылары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар тураһында булырға тейеш ине.
Башҡортостан һәм Рәсәй мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Әмир Ғәбделмән улы «БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Уның милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тормошо һәм батырлығы тураһында «Һынмаған рух» тарихи-биографик киноочергы Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән баһаланды. Әмир Абдразаҡов – «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусы һәм уның беренсе директоры. 2018 йылда киностудияға уның исеме бирелде.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.