11:42 (UTC+5), 10 Января 2024

Өфөлә «Ҡарһылыуҡай-2024» конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Фото: Зарина Йәнбирҙина
Ләйлә Аралбаева

«Торатау» конгресс-холында «Ҡарһылыуҡай-2024» Бөтә Рәсәй конкурсының финалы уҙҙы. Яңы йылдың тәүге эш көнөндә Өфөлә төп башҡорт Ҡарһылыуын һайланылар.

Конкурста 16-35 йәшлек гүзәл зат вәкилдәре ҡатнашты. Финалда бөтә республиканан (Сибайҙан, Стәрлетамаҡтан һәм Башҡортостандың башҡа райондарынан) һәм күрше өлкәләрҙән 12 Ҡарһылыу «Визит карточкаһы»нда, «Ижади номер»ҙа, «Кейем дефилеһы»нда үҙҙәренең һәләтен күрһәтте.

Еңеүсе — Әбйәлил районынан күп балалы әсә Зарина Йәнбирҙина. Ноябрҙә ул Мәскәүҙә «Мисс Европа» исемен алды, тыуған районында балалар моделдәр мәктәбендә уҡыта, бәләкәй балалар тәрбиәләй. Яңы йылдың Ҡарһылыуҡайы 100 мең һум аҡса һәм айфон менән бүләкләнде, тип хәбәр итте «Башинформ»ға конкурсты ойоштороусы Айгөл Үтәгәнова.

Беренсе урынға Иглин һылыуҡайы Эвелина Фәйрушина лайыҡ булһа, икенселә — Учалы районының Илсеғол ауылынан Миләүшә Баязитова, ә өсөнсө вице-при исемен «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының  «Тамыр» студияһы алып барыусыһы Азалия Хөсәйенова яуланы.

Конкурста 5-15 йәшлек Ҡарһылыуҙар ҙа ҡатнашты. Сара барышында улар ҡатнашлығында ҡыҫҡа метражлы яңы йыл комедиялары күрһәтелде.

Конкурсты ойоштороусы — «Һомай» студияһы проекттары» берләшмәһе һәм Башҡорт КВН лигаһы.

Башҡорт Ҡарһылыуҙарының Бөтә Рәсәй конкурсы 2021 йылдан уҙғарыла һәм «Башҡортостан гүзәле», «Өфө һылыуҡайы», «Рәсәйҙең йәш һылыуҡайы — Башҡортостан», «Һылыуҡай» кеүек гүзәллек конкурстарын ойоштороусы студияның иң яратҡан бьюти-шоуҙарының береһе булып тора.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-01-10/v-ufe-nazvali-pobeditelnits-konkursa-bashkirskih-snegurochek-ar-ylyu-ay-2024-3597309

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика