Яңы йыл төнөндә Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында Башҡортостан артистары һәм сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында байрам концерты була. Программа 31 декабрҙә киске сәғәт 9-ҙа башлана һәм 1 ғинуарҙа төнгө икелә тамамлана, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Сәхнәлә Башҡортостандың халыҡ артистары Алмас Ғафаров һәм Рәмил Ихсанов («Ант» төркөмө), Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Александр Петров, Рәдиф Зарипов, Тимур Рамазанов, Фирзинә Абдуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илира Ғиләжева, шулай уҡ йырсы Алтынай Вәлитов һәм «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы еңеүсеһе, Башҡорт академия опера һәм балет театры солисы Айтуған Вәлмөхәмәтов, «Бишбармаҡ» оркестры сығыш яһай.
Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, Ҡала мәҙәниәт һарайының «Притяжение» йыр театры солистары Ләйсән Саратова, Радмир Хәсәнов, Алина Ғатауллина, Алмаз Әйүпов, Марина Васильева, Динар Фәйзуллин, Динар Күскилдин, Светлана Сәхәбутдинова һәм Хәйҙәр Мөхтәров башҡарыуында дәртле йырҙар яңғырай.
Өфө Ҡыш бабайы һәм Ҡарһылыу, аниматорҙарҙан заманса уйын программаһы, артистар башҡарыуындағы яңы йыл хиттарына дәртле бейеүҙәр бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.