11:19 (UTC+5), 18 Декабрь 2023

Опера театры йырсыһы —  «Башҡорт йыры-2023» телевизион конкурсы еңеүсеһе

Фото: социаль селтәрҙәр
Ләйлә Аралбаева

Өфөлә «Башҡорт йыры-2023» телевизион фестиваль-конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Быйыл гран-приҙы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, халыҡ-ара, Рәсәй, төбәк-ара һәм республика конкурстары лауреаты Айтуған Вәлмөхәмәтов яуланы.

Йәш йырсы Өфө сәнғәт институтын тамамлаған, музыкаль ғаиләлә үҫкән. Атаһы Радик Вәлмөхәмәтов — билдәле эстрада йырсыһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Еңеүсе диплом, 100 мең һумлыҡ сертификат, шулай уҡ башҡорт йырының мәңгелеген символлаштырған статуэтка менән бүләкләнде, тип хәбәр иттеләр Мәҙәниәт министрлығынан.

«Йыл асышы» номинацияһында — Алтынай Сәлихова, «Үҙенсәлекле башҡарыу өсөн» номинацияһында — Зөфәр Атанғолов, «Сағыу башҡарыу өсөн» номинацияһында — Айнур Әмиров, «Өмөт» номинацияһында  —Гөлсиә Мараканова, «Йолаларҙы тергеҙеү» номинацияһында — Айнур Собханғолов, «Халыҡсан башҡарыуы» номинацияһында — Нәркәс Мөхәмәтйәнова, «Халыҡ йырын иң яҡшы башҡарыу» номинацияһында — Фәһим Тоҡомбәтов, «Композитор йырын үҙенсәлекле башҡарыу» номинацияһында — Элина Хәкимова, «Артистарса оҫта башҡарыу өсөн» номинацияһында — Йәнгүзәл Халиҡова бүләкләнһә,Айгиз Уйылданов, Ләйсән Нуриева, Рәхилә Тайыпова, Фәриҙә Ғаззалова, Ләйсән Мәүлетҡолова, Айнур Туҡтаев, Әлфиә Ниғмәтуллина конкурс лауреаттары булды. Йырсыларҙы  Башҡортостандың халыҡ артистары Рөстәм Ғиззәтуллин һәм Азамат Тимеров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерова баһаланы.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-12-18/gran-pri-telekonkursa-bashkort-yyry-2023-dostalos-molodomu-solistu-opery-3570742

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика