Белорет районында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Түлебаев призына «Ҡурай сере» асыҡ ҡурайсылар конкурсы уҙҙы. Проект һәләтле ҡурайсыларҙы асыҡлауға, коллективтар ойоштороуға, башҡарыу традицияларын һаҡлауға һәм артабан үҫтереүгә, үҫеп килгән быуынды башҡорт халыҡ музыка ҡоралына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста үҙешмәкәр ҡурайсылар һәм дөйөм белем биреү мәктәптәренең, балалар сәнғәт мәктәптәренең, мәҙәни-ял итеү учреждениеларының һәм башҡа ойошмаларҙың ҡурайсылар ансамблдәре сығыш яһаны. Солистар өс йәш категорияһында ҡатнашты: 7 йәштән 12 йәшкә тиклем, 13-16 йәшлектәр, 17 йәштән өлкәндәр, ансамблдәр иһә ике йәш категорияһында (16 йәшкә тиклем, 17 йәштән өлкәндәр).
Беренсе конкурс республиканың төрлө мөйөштәренән: Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Учалы райондарынан, Белорет, Сибай, Туймазы, Учалы ҡалаларынан ҡурайсыларҙы йыйҙы, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан да ҡатнашыусылар килде. Йәмғеһе 137 кеше, улар араһында 59 солист һәм 9 ансамбль бар.
Гран-приға Учалы районынан Шәфҡәт Йосопов лайыҡ булды. Мөхәмәт Түлебаевтың махсус бүләгенә Силәбе өлкәһенән Илһам Йәғәфәров эйә булды. Барлыҡ еңеүселәргә Республика халыҡ ижады үҙәгенән һәм Башҡортостандың Ҡурайсылар союзынан махсус бүләктәр тапшырылды. Ҡурай яһау оҫталары — Учалынан Дим Мөжәүиров һәм Күгәрсендән Урал Хөснуллин конкурс лауреаттары өсөн махсус бүләктәр әҙерләгәйне.
Мөхәмәт Түлебаев — Тамъян ырыуы ҡурайсыларының башҡарыу традицияларын дауам итеүсе. Уның репертуарында 70-тән ашыу башҡорт халыҡ йырҙарының һәм көйҙәренең инструменталь варианттары бар. Ул СССР, БДБ илдәре буйлап гастролдәрҙә йөрөгән, шулай уҡ Ватиканда, Германияла, Италияла һәм Францияла ла булған. Ҡурайсыларҙың дүрт еспублика конкурсында дүрт гран-при яулаған. 2006 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентының «Иң яҡшы йыл уҡытыусыһы» грантын алған. «БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре». 2020 йылда Радик Килмәмәтовтың Мөхәмәт Усман улының тормошо һәм ижады тураһында «Остаз» документаль фильмының премьераһы күрһәтелде. 2021 йылда Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаһы — Григорий Аксаков ордены менән бүләкләнгән.
Сараны ойоштороусылар: Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәғлүмәти һәм методик ярҙамы менән Белорет районы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.