Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Ноябрь 2023, 17:00

Өфөлә «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивале ойошторола

2024 йылда Өфөлә «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивале уҙғарыла. Сараның маҡсаты - театр сәнғәтен үҫтереү, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренең һәм яҡын сит илдәрҙең профессиональ драма театр коллективтары араһында ижади бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итеү. Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2023 йылдың 23 ноябрендәге тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Указда шулай уҡ 2024 йылдан башлап өс йыл һайын фестивалде үткәреү тәртибе билдәләнә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә фестивалгә әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планын әҙерләүҙе һәм раҫлауҙы тәьмин итеү, ойоштороу комитетын төҙөү бурысы йөкмәтелгән.

Фестиваль өсөн сығымдар Башҡортостан Республикаһы бюджетында ҡаралған аҡса һәм бюджеттан тыш аҡса иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-28/v-ufe-proydet-mezhdunarodnyy-festival-natsionalnyh-teatrov-tuganlyk-3541920

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас