

Минскиҙа «Лiстапад» халыҡ-ара кино фестивале тамамланды. Был ваҡиға бик күп илдәрҙең кинематографистарын берләштерә. «Лiстападзiк» программаһына 36 илдең 15 анимация фильмы һайлап алынған.
«Лiстападзiк» конкурс программаһы балалар һәм анимация фильмдары өсөн бүленгән. Быйыл Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы унда «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен (режиссеры Руслан Тәүәбилев) күрһәтте. Йәнһүрәт жюриҙың махсус призына лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Төньяҡ амурҙары» — Башҡортостандың федераль прокат алған беренсе тулы метражлы йәнһүрәте. Был эш Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров булышлығында бойомға ашырылды. Батыр башҡорт яугирҙәре тураһында йәнһүрәт геройҙары Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, опера йондоҙо Асҡар Абдразаҡов, йырсылар Айҙар Ғәлимов, Радик Юлъяҡшин (Elvin Grey), Нәзифә Ҡадирова, Via Chappa төркөмө лидеры Илья Тавлияров, спорт комментаторы Азамат Моратовтың тауышы менән һөйләй.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 29 ғинуарҙа Мәскәүҙең Кино йортонда тулы метражлы анимация фильмы күрһәтелде. Май айында картинаны Өфө тамашасылары ла ҡарай алды. «Башинформ» Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республикала йәшәүселәрҙе «Төньяҡ амурҙары»н ҡарарға саҡырыуы тураһында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.