12:22 (UTC+5), 23 Ноября 2023

Өфө 450 йыллығын брендлы мәҙәни фестивалдәр һәм гастролдәр менән билдәләй

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева

23 ноябрҙә Өфөлә уҙған эш кәңәшмәһендә республиканың баш ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуға бәйле мәҙәни саралар ойоштороу хаҡында һүҙ барҙы. Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин ҡатнашыусыларҙы юбилей уңайынан киң программа менән таныштырҙы.

Йыл башынан Илдар Абдразаҡов һәм «Владимир Спиваков саҡыра» фестивалдәре, Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале кеүек күләмле саралар, А.П. Чехов исемендәге Мәскәү художество театры гастролдәре башлана.

Шулай уҡ Рәсәй Милли драма театрының гастролдәре көтөлә. Денис Мацуев фестивале өфөләргә ҡаланың юбилейы айҡанлы шәп музыкаль бүләк булмаҡсы. Бынан тыш, Өфөлә тәүге тапҡыр Третьяков галереяһының һынлы сәнғәт күргәҙмәһе ойошторола.

Өфө ҡалаһы үҫешенең тарихы тураһында шоу, күләмле художество декорациялары ойоштороу күҙаллана. Өфө амфитеатрында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн республиканың сәнғәт оҫталары, Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында байрам концерты була.

Мәҙәни сараларҙан тыш, төрлө фестивалдәр ҙә үткәрелә.  Әйтәйек, «ЕСТЬ», «АЙДА ФЕСТ», «Мең велосипедсы көнө», «Һөт иле», «MEGA URBAN FEST», «Мең музыкант көнө» фестивалдәре һәм башҡалар.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-23/ufa-otmetit-450-letie-brendovymi-kulturnymi-festivalyami-i-gastrolyami-3534790

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика