Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ноябрь 2023, 10:51

Төркиәлә Башҡорт шиғриәте антологияһы донъя күрҙе

Төркиәлә Башҡорт шиғриәте антологияһы баҫылып сыҡты. Башҡортостандың Яҙыусылар ойошмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, китапты Анкарала Төрки телдәр институты нәшер иткән. Яуаплы мөхәррире — ғалим-төркиәтсе, полиглот, филология фәндәре докторы, Эгей университеты профессоры Мостафа Онер.

Баҫмала 13 башҡорт шағиры — Мәжит Ғафури, Сәйфи Ҡудаш, Шәйехзада Бабич, Ҡадир Даян, Назар Нәжми, Мостай Кәрим, Муса Ғәли, Әнғәм Атнабаев, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Сафуан Әлибаев, Ҡәҙим Аралбаев, Гөлфиә Юнысованың әҫәрҙәре бар.

Антологияла һәр шағирҙың шиғырҙары ике телдә: башҡорт һәм төрөк телдәрендә бирелгән. Бынан тыш, яҙыусыларҙың ижады тураһында фән докторы, башҡорт тел ғилеме буйынса бик күп китаптар авторы Морат Узджахиндың фәнни мәҡәләләре лә индерелгән.

— Әлеге ваҡытта милли әҙәбиәтте популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ. Ошо йәһәттән антологияның донъя күреүе беҙҙең өсөн мөһим ваҡиға булып тора. Киләһе йылда китаптың исем туйын үткәрергә йыйынабыҙ, — тине Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-21/v-turtsii-izdana-antologiya-bashkirskoy-poezii-3531068

 

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас