12:13 (UTC+5), 10 Ноября 2023

Өфөлә Кәрим Тинчурин исемендәге Татар драма һәм комедия театрының гастролдәре башлана

Фото: Валерий Шахов

29 ноябрҙән 2 декабргә тиклем Өфөлә Кәрим Тинчурин исемендәге Татар дәүләт драма һәм комедия театрының гастролдәре ойошторола . Гастролдәр театрҙың 90 йыллығына бағышлана.

- Ноябрь аҙағында – декабрь башында беҙ Кәрим Тинчурин исемендәге Татар театрын ҡабул итәбеҙ. Аншлаг көтөлә. Был ваҡытта үҙебеҙ Мәскәүҙә булабыҙ, 30 ноябрҙә һәм 1 декабрҙә ике спектакль ҡуябыҙ, - тине «Нур» татар дәүләт театры директоры Фирзәт Ғәбиҙуллин.

Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театрында Тинчурин театры дүрт спектакль күрһәтә. 29 ноябрҙә «Яратам! Бет-китте!» музыкаль комедияһы сәхнәләштерелә, авторы — Ләйсән Әминева, режиссеры — Зөфәр Харисов.30 ноябрҙә тамашасыларға башҡорт драматургы Салауат Әбүзәровтың пьесаһы буйынса Өфө режиссеры Илшат Мөхөтдиновтың «Хыялый» лирик комедияһын ҡарарға мөмкин.

1 декабрҙә өфөләргә «Кейәү урлау» комедияһы тәҡдим ителә, авторы — Салауат Юзеев, режиссеры — Регина Саттарова. Гастролдәр 2 декабрҙә Ркаил Зәйҙулланың «Ашина» мистик драмаһы менән тамамлана. Спектаклдең режиссеры —Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев.

Тинчуринсылар әйтеүенсә, бөгөн тамашасыларға күңеллерәк спектаклдәр кәрәк. Тамашасылар театрға, тормош мәшәҡәттәренән арынып, күңеленә ял алырға килә һәм комедия һорай. Әммә уларҙа ла («Яратам! Бөттө-китте!», «Кейәү урлау») милли традицияларҙы һаҡлау, ғаиләлә татыулыҡ кеүек мөһим темалар ҙур урын биләй.

- Беҙҙә төрлө спектаклдәр бар, - тип билдәләне Фәнис Мөсәғитов. - Ләкин тамашасылар комедияларҙы һәм мелодрамаларҙы нығыраҡ ярата.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-09/v-bashkirii-proydut-gastroli-tatarskogo-teatra-dramy-i-komedii-imeni-karima-tinchurina-3513676

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика