

Башҡортостанда 2023 йыл өсөн Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәле булды. Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған, тип хәбәр итә «Башинформ».
Абруйлы премияға:
- «Бер ғүмер етмәй икән» очеркы һәм «Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине» юлъяҙмалары өсөн «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин;
- «Тәмле. Беҙ бергә» милләт-ара проект өсөн «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы журналистары Ғәлиә Вәхитова, Светлана Громова, Марина Доровских, Дилара Зарипова, Ринат Кашапов, Лилиә Ҡурамшина, Гүзәл Хәсәнова, Наил Юнысов;
- «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» мәҡәләләр циклы өсөн «Благовар хәбәрҙәре» гәзите редакцияһы журналистары Лира Ғафарова, Эльвина Ғафарова, Айһылыу Хәсәнова лайыҡ булды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.