
Уҙған аҙнала Мәскәүҙә «Берҙәмлек һылыуҡайы», «Европа һылыуҡайы», «Азия һылыуҡайы» һәм «Little Донъя һылыуҡайы» конкурстары уҙҙы. Республикабыҙҙы алты һылыуҡай күрһәтте, уларҙың дүртәүһе Өфөлә төбәк этаптарында еңеү яулап, Мәскәүҙә ҡатнашыуға аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде.
«Һуңғы ике йылда башҡорт һылыуҡайҙары ышаныслы рәүештә Мәскәүҙә һәм Төркиәлә абруйлы халыҡ-ара матурлыҡ конкурстары тажын яулай», - ти Башҡортостанда милли гүзәллек конкурстары директоры һәм Мәскәүҙә WAF конкурстарының рәсми вәкиле Айгөл Үтәгәнова.
Ошо көндәрҙә яҡташтарыбыҙ Өфөгә төрлө конкурстарҙан алты таж менән ҡайтты:
• «Берҙәмлек һылыуҡайы» - Йәсмин Зәйетова (гран-при) һәм Ангелина Баркутова (1-се урын);
• «Берҙәмлек һылыуҡайы» (балалар араһында ) - Самира Вәхитова (1-се урын);
• «Мисс Азия» - Камилла Әпсәләмова (1-се урын);
• «Little Донъя һылыуҡайы» - 4 йәшлек Кира Әпсәләмова;
• «Мисс Европа» - Зарина Йәнбирҙина (гран-при).
Өфөнән ике ҡыҙ «Мисс донъя» халыҡ-ара конкурсына кастингты үтте һәм 111 ҡатнашыусынан егерме ҡыҙ иҫәбенә Зарина Йәнбирҙина һайлап алынды. Ҡыҙҙарға дизайнерҙар тажы, бүләктәр һәм 2024 йылда халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарында ҡатнашыу өсөн сертификаттар тапшырылды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.