15:20 (UTC+5), 01 Ноября 2023

Өфөлә «Ашҡаҙар мондары» республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Ләйлә Аралбаева

Өфөлә Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың «Ашҡаҙар мондары» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Быйыл сара яңыраҡ арабыҙҙан киткән легендар йырсы Абдулла Солтановтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды. Ойоштороусылары – Республика халыҡ ижады үҙәге булышлығында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Ашҡаҙар» радиоһы.

Конкурста Рәсәйҙең биш төбәгенән, Башҡортостандың 30 ҡала-райондарынан 100-гә яҡын халыҡ йырсыһы ҡатнашты. Абруйлы жюри – Башҡортостандың халыҡ артисы, жюри рәйесе Юлай Ғәйнетдинов, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Тәнзилә Үҙәнбаева, сәнғәт фәндәре кандидаты Миләүшә Иҙрисова, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева икенсе турҙа ҡатнашыу өсөн 30 башҡарыусыны һайлап алды. Уларҙың 21-е өсөнсө турға сыҡты.

30 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында еңеүселәр асыҡланды. «Башҡорт халыҡ йырҙары традицияларын һаҡлаусылар» номинацияһында Ырымбур өлкәһенән Флүзә Хәлитова, Силәбе өлкәһенән Харрас Фәйзуллин, Винер Ҡәҙербаев, Хәйбулла районынан Тәнзилә һәм Нәзифә Ҡыҙрасовалар еңеүсе тип танылды. «Һирәк яңғыраған башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар» номинацияһында – Ейәнсура районынан Сәкинә Юлгилдина, Өфөнән Гөлсинә Йәрмөхәмәтова, Мәләүездән Рәйхана Хафизова, «Өмөт» номинацияһында – Стәрлебаш районынан Зөфәр Атанғолов, «Иң йәш башҡарыусы» номинацияһында Мәләүездән Роза Кинйәбаева еңеү яуланы. Ейәнсуранан Рәфис Ишмөхәмәтов «Тамашасы һөйөүе» призына лайыҡ булды.

Беренсе урынды Ейәнсура районынан Динислам Юлдыбаев, Баймаҡтан Фәнүр Аралбаев алды;

Икенсе урынға Ейәнсуранан Вафа Мәүлитов һәм Шишмә районынан Айгөл Ғәзиева лайыҡ булды;

Өфөнсө урында – Иглиндән Фәһим Тоҡомбәтов, Өфөнән Юнир Һағынбаев.

Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла – иҫтәлекле бүләк, конкурс лауреаттарына аҡсалата приз тапшырылды.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-01/v-bashkirii-ob-yavili-pobediteley-ii-respublikanskogo-konkursa-ashkadar-mondary-3501551

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика