13:25 (UTC+5), 01 Ноября 2023

Ейәнсурала Башҡорт гимназия-интернатының элекке директоры Альфред Ваһапов ваҡытһыҙ вафат булған

Фото: социаль селтәрҙәр

Ейәнсура районында республиканың компетентлы мәҙәниәт белгестәренең береһе Альфред Ваһаповты һуңғы юлға оҙаттылар. Уға 52 йәш ине. Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, ул 28 октябрҙә үк мәрхүм булған. Уның йәнһеҙ кәүҙәһен үлгәндән һуң бер нисә көн үткәс кенә тапҡандар, сәбәбе - йөрәк сире.

Альфред Ғәли улы Ваһапов 1971 йылдың 22 авгусында Ейәнсура районының Байыш ауылында тыуған. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағандан һуң оҙаҡ йылдар райондың мәғариф өлкәһендә: Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында математика һәм информатика уҡытыусыһы, директор урынбаҫары, директор булып эшләй.

2002 йылдан уның яҙмышы мәҙәниәт менән бәйле ине — методист, режиссер, район Мәҙәниәт йорто директоры булды. Барыһы ла уны яҡшы белгес, һәләтле, ихлас, эскерһеҙ кеше итеп хәтерләй. Альфред Ғәли улы шиғри мираҫ ҡалдырҙы.

«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-11-01/v-bashkirii-bezvremenno-skonchalsya-eks-direktor-bashkirskoy-gimnazii-internata-alfred-vagapov-3501519

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика